12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Китап — белем шишмәһе»

Китап — белем шишмәһе тигән әйтем барыбыҙға ла яҡшы таныш. Кемдер тарихи романдар, икенселәр фәлсәфәүи хикәйәләр уҡырға ярата. Арабыҙҙа шиғриәт һөйөүселәр ҙә бихисап.
— Мин бәләкәйҙән китап уҡырға яраттым. Бер уҡый башлаһам, уны уҡып бөтөргәнсе айырыла алмай инем.Физика фәне менән ҡыҙыҡһынып ,ошо юнәлештә юғары белем алдым,-тип һөйләй Юлай ағай Акбутин.
Уҡыуға тырышлығы уны Рәми Ғарипов исемендәге беренсе һанлы интернат-мәктәпкә алып килә.Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда яңы гәзит-журналдар,әҙәби әҫәрҙәр уҡырға ярата ул.Бигерәк тә энциклопедияны үҙ итә.
Китапханаға алдырылған барлыҡ гәзит-журналдарҙы уҡып бара,яңы китаптарҙы, бигерәктә техникаға ҡағылышлы китаптарҙы алып уҡый.
Эйе, китап – һәр ваҡыт үҙ урынында ҡала. Кем уҡырға ярата улар бер ҡасан да китаптан айырылмай. Китап уҡыу телде байыта, хәтерҙе яҡшырта, мәҙәнилекте үҫтерә.

Зөһрә Хәмитова, Буранғол моделле китапханаһы китапханасыһы.