12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Китап уҡыған баланың күңеле нурлы була»

Хәҙерге заман балаларының китап уҡымауы, был шөғөлдө үҙ итмәүе тураһында күп тапҡыр ишеткәнебеҙ бар. Бының сәбәбен күптәр интернет һәм гаджеттарҙа күрә. Әммә заман технологиялары тормошобоҙға үтеп ингәнгә тиклем үк китап һөйөүселәр һәм уҡырға яратмаусылар булған. Өмбәт ауыл китапханаһының кескәй китап уҡыусыһы Гөлиә Сырлыбаева тап шул китап һөйөүселәрҙең береһе. 5 йәштән уҡырға өйрәнеп, мәктәпкә уҡырға барғансы уҡ китапханаға яҙылып, һәр үткәрелгән сарала әүҙем ҡатнашып йөрөгән Гөлиә хәҙер Үрге Муйнаҡ мәктәбенә 3- се синыфҡа бара. Гөлиәнең тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшеүенә китапты күп уҡыуы ла булышлыҡ итәлер. Сөнки китап уҡыған бала күпте белә, уның уйлау, фекерләү ҡеүәһе арта, телмәре үҫешә, матур итеп һөйләргә һәм яҙырға өйрәнә. Китап аша бала донъя серҙәрен аса. Гөлинең иң яратып уҡыған киттаптары, әлбиттә, әкиәттәр. Рус, башҡорт, сит ил яҙыусыларының да, халыҡ әкиәттәрен дә берҙәй яратып уҡый ул. Гөлиә үҙе генә китап уҡып ҡалмай, үҙенең класташтарын, дуҫтарын да китапханаға алып килә, уларға әҙәбиәт һайлаша. Төрлө саралар үткәргәндә, ул китапханасының ҙур ярҙамсыһы, сөнки ул шул тиклем фантазияға бай, төрлө идеялар бирә, ҡыҙыҡлы уйындар тәҡдим итә. Ул ойоштороу һәләтенә лә эйә. Интеллектуаль йәки хәрәкәткә ҡоролған уйындар булһынмы, һәр саҡ ул — лидер, балаларҙы үҙенең эргәһенә туплап, тыңлатып йөрөтә ала. Гөлиәнең ҡыҙыҡһыныуҙары күп төрлө. Китап уҡып ҡына ҡалмай, төрлө әҙәби интеллектуаль уйындар уйнарға, кроссворд, сканворд сисергә, һүрәт төшөрөргә, ҡағыҙҙан йәбештереп уйынсыҡтар яһарға, «Непоседа», «Луна и Лунтик», «Аҡбуҙат» журналдарында бирелгән төрлө башватҡыстарҙы сисергә, бирелгән эштәрен эшләргә ярата. Ҡыҙыҡһыныусан, тиктормаҫ Гөлиә мәҙәни сараларҙа ла ихлас ҡатнаша, ул матур бейей һәм йырлай. Бисерҙан төрлө әйберҙәр теҙеү менән шөғөлләнә. Китапханала үткәрелгән милли биҙәүестәр эшләү буйынса дәрестәренә ихлас йөрөй һәм бик теләп өйрәнә.

Гөлфирё Хәмиҙҙуллина, Өмбәт ауыл китапханаһы китапханасыһы.