12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Эй, мәктәбем,белем усағы…”

(Аҫылбаев Миҫҡәт ағай мәғлүмәттәренән)

Мәктәп…Ошо ябай һүҙҙә күпме мәғәнә! Кешенең шәхес булып китеүендә мәктәп бик ҙур роль уйнай. Һәр баланың һәләте асылы мәктәптә, киләсәккә юлдар һалына. Белемле булырға, хеҙмәт һөйөргә, бер-береңә ихтирамлы, иғтибарлы булырға,Тыуған ил,Ватан төшөнсәләрен  дә нәҡ мәктәптә нығыраҡ,төптәнерәк аңлайһың.

Юлдаш мәктәбе лә күп йылдар, күп юлдар үтте, илгә күп шәхестәр сығарҙы.

Ауылда беренсе совет мәктәбе 1923 йылда асыла. Тәүге уҡытыусылар Күгәрсен ауылынан килгән Абдулла Мәсәѓүтов, Юныс Үзәрбаев (Юлдаш)

Мәктәпте хәҙерге мәсет урынлашҡан урында булған мәҙрәсәлә асҡандар. 1930-31 йылдарґа мәҙрәсәне таш келәт янына (Әселе аръяғына) күсереп ћалѓандар (артабан ул клуб булараҡ файҙаланыла),  мәктәп  мәсет бинаћына күсә.Тәүге уҡытыусы булып эшләгән Мәсәғүтов Абдулла 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була.Шулай уҡ тәүге уҡытыусыларҙың бер нисәүһе:

Ғәйниямал-1929й

Мөршиҙә-1933й

Әсмә,

Хәлитов,

Бикбов Әсмәндияр(Ергәйеш ауылынан)

Бакиев Хәсән(Һарыҡташ районы Райман ауылы)

Йомабаев

Маһира,Фатима

1935-36 йылдарҙа Үзәрбаев Лоҡман исемле уҡытыусы килә.

Мәктәп булып хеҙмәт итә башлаѓан мәсет, оло быуын кешеләре ћөйләүенсә, ХIХ быуатта ћалынѓан.

1967 йылда мәктәп һигеҙ йыллыҡҡа үҙгәртеп ҡорола. Уның тәүге директоры булып Абзан урта мәктәбенән тарих уҡытыусыһы Шайхислам Мөхәмәт улы Бикмөхәмәтов тәғәйенләнә. Бикбулатова Рәғинә Фазлиәхмәт ҡыҙы (Юлдаш) – математиканан, Яҡупова Рәйфә Сәмиғулла ҡыҙы (Юлдаш) — биология, химия. география фәндәренән, Яубасарова Сара (Ергәйеш) — биологиянан, Иҙелбаева Луиза (Абзан) — рус теле һәм әҙәбиәттән, Хәлитов Зиннәт Вәлиулла улы (Ғәббәс) — башҡорт теле һәм әҙәбиәттән, Йәш уҡытыусы Ураҡаев Буранбай (Үтәғол) физкультура, хеҙмәт фәндәренән уҡыталар. Иҙрисов Ғилман (Мөхәмәтйән) — йыр, физкультуранан белем бирә.

Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең тәүге сығарылыш уҡыусылары – 1953 йылғы балалар. Уларҙың  класында 14 бала уҡыған. Шуларҙан Ишеғолова Гөлсирә — медучилище, Яҡшығолова Гөл — Йоматау һәм Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын, Рахманғолов Марс — Өфө нефть институтын, Саҡаев Заһир — Өфө медицина институтын тамамлаған. Башҡа уҡыусылар ҙа үҙҙәренә оҡшаған һәнәргә эйә булып колхозда һәм башҡа ойошмаларҙа эшләйҙәр.

Артабан мәктәптә директор булып эшләүсе укытыусылар: Бикембәтов Ғиниәт Сәләхи улы (география), Хәлитов Зиннәт Вәлиулла улы (башҡорт теле һәм әҙәбиәте), Абдуллина Фирүзә Дәүләт ҡыҙы (рус теле һәм әҙәбиәте), Аслаев Рәис Әхмәҙулла улы (физика, математика), Ҡыуатов Вил Шәриф улы (химия, биология), Шәйәхмәтова Тәнзилә Сафый ҡыҙы (рус теле һәм әҙәбиәте).

Завуч булып түбәндәге уҡытыусылар эшләй:

Хәлитов Зиннәт Вәлиулла улы (башҡорт теле һәм әҙәбиәте), Аслаев Рәис Әхмәҙулла улы (математика), Шәйәхмәтова Ғәлиә Яхъя ҡыҙы (рус теле һәм әҙәбиәте), Шәйәхмәтова Тәнзилә Сафиулла ҡыҙы, Бикмөхәмәтова Гөлкәй Хөбболхаҡ ҡыҙы (башҡорт теле һәм әҙәбиәте), Ишеғолова Нурия Мәүлит ҡыҙы (физика, математика), Бикбулатова Рәйлә Миңнеғәле ҡыҙы (немец теле).

2016 йылдан мәктәп башланғыс мәктәпкә ҡала. Әлфиә апай Ғәбдрәхимова һәм Филюзә апай Бикбулатова тырышлығы менән бөгөнгө көнгә тиклем мәктәп эшләп килде.Һәр балаға йылы ҡараш,яҡты мәнәсәбәт булдырҙы улар. Һәр байрам ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.

 

 

Һәм бына 2023 йыл нисә йыллыҡ тарихы булған мәктәп инде бөтөнләйгә асмаҫҡа ишектәрен япты.

Бик күп йыллыҡ мәктәп тарихының

Һуңғы бите бына ябылды.

Был замандың әсе елдәре

Аяманы, килеп ҡағылды.

Етемһерәп ҡалды инде мәктәп

Балаларын ситкә оҙатҡас….

Иҫке мәктәп.

Бик күп билдәле кешеләр сығарған мәктәп тә инде туҡтаны.Ә шулай ҙа уҡытыусы ғүмер буйына уҡытыусы булып ҡала. Белем көнөндә хеҙмәт юлын Юлдаш мәктәбе менән бәйләгән барлыҡ уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотлайым. Ике балам да улар ҡулында уҡынылар. Бер ваҡытта ла улар менән  риза булмай ситкә ебәрәм тигән, уй булманы.Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ менән риза булып, ышанып тапшырҙым.Бар хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, хәрмәтле уҡытыусылар.