12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Китаплы йорт — нурлы йорт»

Китаплы йорт, нурлы йорт. Олатай менән өләсәй — талапсан атай менән әсәй түгел. Улар, һис бер һүҙһеҙ, күпкә яғымлыраҡ, йомшағыраҡ, сабырыраҡ. Улар янында һин яҡлаулы. Эш боҙһаң да, улар һине аҡларлыҡ сәбәп таба. Ошо һөйөү беҙҙе һуңынан ғүмер буйы оҙата йөрөй.Эйе,бала саҡты иҫкә тошороп,әхирәттәр менән әңгәмә ҡорғанда,урта йәштәге инәйҙәр нисектер беҙгә оло әбейҙәр кеүек күңелдә ҡалған.Боронғоса кейенеп,бал итәкле күлдәктәр,камзулдар кейеп,яулыҡтарҙы килешле итеп,үңәстән алға бәйләп йөрөгәнгәме икән, тип һүҙ көрәштерәбеҙ.Ә,бит хәҙерге апай,инәйҙәр йәп-йәш өләсәйҙәр,уларҙы берҙә «әбей»-тип әйтергә тел әйләнмәй.Хәҙерге ваҡытта ла,йәштәрҙән ҡалышмай бынамын итеп донъя көткән өләсәй һәм олатайҙарыбыҙ арабыҙҙа бик күп.Баҡса тултырып емеш-еләген,тирә яҡтарын гөл баҡсаға күмеп,ҡош-ҡорт тотоп,мал аҫырап уларҙың ағын эшкәртергә лә иренмәйҙәр.Шулай аш-һыуға оҫта, ҡасандыр ишек алдында бер ҡарындан сыҡҡан туғандары менән күпереп торған йәшел хәтфә уләндә аунап үҫкән саҡтарын һағынып, күптән түгел генә,район үҙәгенән,тыуған ауылына ҡайтып,ата-әсә нигеҙенә йән өрөүсе Рәшиҙә Ҡәҙербай ҡыҙы менән Мөхәмәт Мостафа улы Дәүләтбаҡовтар гөрләтеп донъя көтәләр. Әйткәндәй, уларҙың сынъяһау итеп төҙөлгән донъяларына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ишек алдарына барып инеү менән үҙеңде әкиәт донъяһына эләккәндәй тояһың. Сәскәләрҙең ниндәй генә төрө юҡ.Шуныһына һуш китерлек,Рәшиҙә апайға кем бүләк итеп үҫенте биргән,шуларҙы айырым урындарға ултыртып, исемдәрен ҡушып үҫтерә. “Сәскә үҫтереүҙе февраль-март айҙарында уҡ башлайым. Уларҙы яратырға, ә иң мөһиме уларға иркә һүҙҙәр әйтеп, һөйләшергә кәрәк”, — ти хужабикә, тәжрибәһе менән уртаҡлашып. Бар ғүмерен район үҙәгендә,ашнаҡсы эшенә бағышлаған Рәшиҙә апайҙың бәлештәрен дуҫ-иштәре генә түгел, был тирәләге бар кеше лә тәмләп ҡарағандыр.Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да туғыҙ йыл яратҡан эшен дауам итә ул.Оло һәм кесе йәштәге бар кешеләрҙә,»Рәшиҙә апайыбыҙҙың тәмле ризыҡтары,әле булһа ауыҙҙан китмәй»-тип,иҫкә алалар. Ҡунаҡ саҡырғанда, йәки башҡа сараларға заказ менән бәлеш бешертһәләр, уның сәк-сәктәре туй һәм юбилей табындарын биҙәй.Рәсимә һәм Рәзилә ҡыҙҙарына ғүмер бүләк итеп,ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып,донъяларын түңәрәкләндереп изгелектә йәшәйҙәр.Әйткәндәй, Дәүләтбаҡовтар ғаиләһе,ололар араһында «Иң күп китап,журнал уҡыусы өләсәй һәм олатай!»иҫәбендә торалар.Хаҡтар күтәрелеүгә ҡарамаҫтан гәзит,журналдарҙы ла күпләп алдырып уҡыйҙар.»Ваҡыты етһә,оҙаҡ көтөп алынған ҡунаҡтарыбыҙ һымаҡ,улар»-тиҙәр,бер-береһенә ихлас йылмайышып.

Зифа Ишмырҙина, Иҙәш ауыл китапханасыһы.