12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Өлкәндәрҙе хөрмәтләү – яҡшылыҡтың билдәһе.

27 сентябрь көнө китапхана эргәһендә эшләп килгән ағинәйҙәр ойошмаһы үҙәк китапхана менән берлектә Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған байрам сараһы үткәрҙе.
Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде.
Был көн мөьмин-мосолмандарҙың күркәм байрамы — Мәүлит байрамына тап килеүе сәбәпле , сара ауылдың ихтирамлы аҡһаҡалы Әхмәтғариф ағайҙың вәғәзен тыңлағандан һуң, хәйер — саҙаҡа биреп, аят уҡыу менән башланды. Аят илдә тыныслыҡ урынлашыуына, һалдаттарыбыҙҙың иҫән -һау әйләнеп ҡайтыуҙарына бағышланды.
Мәүлит байрамы — Мәүлидин-Нәби (ғәр. مَوْلِدُ آلنَبِيِّ) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн байрам итеү Рабиғел әүүәл айының 11 көнөндә билдәләнә.
Лайыҡлы ғүмер, хеҙмәт юлы үткән ветерандарыбыҙ шиғырҙар һөйләп , йырҙар йырлап , шулай уҡ тормоштағы күңелле хәлдәрҙе һөйләшеп ултырып, ихлас күңелдән аралашыу сараһына әйләнде.
Кисә күңелле сәй табыны менән тамамланды.

Хөрмәтле ветерандарыбыҙ!
Һеҙҙе ихлас күңелдән Өлкәндәр көнө менән ҡотлайбыҙ!
Алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер һәм тыныс, мул тормошта йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!