12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Мәүлит байрамы»

Ауылдарҙа иман йорттары асылып, һәр дини байрамдың үҙ ваҡытында үтеп тороуы маҡтауға лайыҡ. Беҙҙең Иҙәш ауылы имам йортонда ла Мәүлит байрамы үтте. Шуныһы ҡыуаныслы булды, йыраҡ араны яҡынайтып, Өфөнән бик уҡымышлы ҡунаҡтар килеп,байрамға килеүсе мосолмандарҙы ихлас ҡотланылар.Яңы мәсетебеҙгә ауылыбыҙҙа йәшәүсе Минниғәзим ағай һәм Мәрфуға апай Ишкининдарҙың ҡыҙҙары,кейәүҙәре Гөләндәм һәм Алмас Абдуллиндар «Аҙан»ҡысҡыра торған аппаратура бүләк итеп,ҡорбан салып ҙур һауап алдылар. Көҙ,көн шул тиклем сыуаҡ булды, мәсетебеҙ саф күңелле балалар менән тулды.Өфө ҡунаҡтары уларҙың һәр береһенә ап-аҡ түбәтәйҙәр, яулыҡтар, һәр төрлө матур уйынсыҡтар, ә инде оло ағай,апайҙарға намаҙға баҫырға өйрәнеүсе»Әлифба»лар, дини дәреслектәр бүләк иттеләр. Бар донъяны нурландырып аҙан тауышы яңғыраны, диндарҙарға эйәреп халыҡ намаҙ уҡыны, ризыҡ-ниғмәттәргә бай табын артында улар кинәнеп һыйланды һәм күңеле булғансы аралашты.
Мәсеттәрҙең булыуы, рухи ҡиммәттәрҙе нығытырға, халыҡты, айырыуса йәш быуын вәкилдәрен –йәштәрҙе иманлы,рухлы һәм тәүфиҡлы итеп тәрбиәләргә булышлыҡ итәсәк. Иман йортоноң ишектәре һәр саҡ асыҡ булһын: йома намаҙҙары, дини байрамдар, яңы тыуған балаға исем ҡуштырыу, йәштәргә никах уҡыу изге йортҡа килеүселәрҙе бергә туплаһын.

Зифа Ишмырҙина, Иҙәш ауылы китапхансыһы.