12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Тос хеҙмәтле тормош юлы…

1 октябрь “Өлкән йәштәгеләр көнө” айҡанлы 31 йыл  хеҙмәт юлын китапхана эшенә бағышлаған Ишеғолова Фәтхиямал инәйҙәргә юл тоттом. Тәү барғанымда өйҙә осратып булманы, ауылдың мәсетен төшөрөргә БСТ каналы килгән, шунда булып сыҡты. Иртәгеһенә ихлас ҡаршы алды инәй. Улы һәм килене тәрбиәһендә матур көн күрә.
  Ишеғолова Фәтхиямал Кәлимулла ҡыҙы 1929 йылдың 28 декабрендә Юлдаш ауылында тыуа. Күп балалы ғаилә, илдең ауыр мәле.1941 йылда Юлдаш башланғыс мәктәбен бөткән йылы ҡәһәрле һуғыш башлана, шулай ҙа көҙ көнө Абзан мәктәбенә 5 класҡа уҡырға бара, 6-сы кластың яртыһын уҡығас, ауылға ҡайтып бригадта учетчик булып хеҙмәт юлын башлай.Шулай ҙа яҙ көнө тағы уҡырға бара, әммә 7 кластан башлап йылына 300 һум түләп уҡырға кәрәк була,аҡса юҡлыҡтан кире фермаға эшкә ҡайта.Шул осор кешеләре кеүек ауыр тормош юлын үтә, ҡайҙа ғына эщләмәй ул,һәр саҡ эшен намыҫ менән башғара. 1955 йылдан инде китапханала оҙон хеҙмәт юлын башлай. “Йома һайын колхозсыларға әңгәмә үткәрергә йөрөнөм,шәмбе тик балаларҙы ғына ҡабул иттем”ти инәй. Ул ваҡытта китапҡа сират торғандарҙы күрһәгеҙ , ти торған шул осор кешеләре.Уҡыған китабыңды һөйләтә торғайны Фәтхиямал апай, тип көлөп иҫкә алыусылар ҙа бар әле.1970 йылда китапхана эшен яҡшы күрһәткәне өсөн “Батыр хеҙмәте өсөн”миҙалына,1976 йылда” Райондың иң яҡшы китапханасыһы” исеменә лайыҡ була.”Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ. Хаҡлы ялда ла ул бик актив булды, район гәзите үткәргән таҡмаҡтар ярышында гел ҡатнашты, районда үткән  “Ейәнсура  шәле”конкурсында ла ҡатнашып бүләктәр алып йөрөнө.
1 се фотола Фәтхиямал инәй хәҙерге вакытта
2-се фотола үҙе бәйләгән шәлн менән
3-сө фотола «Ейәнсура шәле» фестивалендә
4-се фотолабер төркөм колхоз эшселәренә әңгәмә үткәргәндән һуң
5-се фотола район китапханасылары семинары,алғы рәттә Өфөнән килгән ҡунаҡтар ҙа ултыра