12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Уҡытыусы ғүмере буйына уҡытыусы булып ҡала»

Уҡытыусы булыу был тормошта,бирелмәгәндер ул һәр кемгә.Саньяр Иҙелбай улы Дәүләтбаев Башҡорт Самаҙыһы ауылында 1963 йылдың 21 мартында донъяға килгән. Санъяр Иҙелбай улының һөйләгәндәре;”Ғаиләлә өсөнсө баламын 1965 йыл миңә ике йәш тулғас атайым Иҙелбай Ғәйнизар улы вафат булды,әсәйем Хәйриямал Хөснитдин ҡыҙы өс баланы тәрбиәләй.Апайым Йәүһәр,ағайым Илдар мәктәпкә уҡырға барғас,уларға эйәреп биш йәшемдә уҡырға-яҙырға өйрәнеп алдым.Шуғалыр инде инәй-олатайҙар миңә “Ленин баш” тип исем таҡтылар. Ауыл китапханаһына өлкән уҡыусылар менән йөрөнөм,китапханасы Ләлә апай Ҡарабаева һәр саҡ миңә матур, биҙәкле,кескәйҙәр өсөн китап-журналдар әҙерләп ҡуя торғайны.Өйҙә һәр саҡ ҡысҡырып китап уҡыныҡ,әсәйем русса гәзит-журналдар уҡый торғайны.Матбуғат баҫмаһын күпләп алдырҙыҡ,яратып уҡыныҡ.1970 йыл Самаҙы башланғыс мәктәбенә беренсе класҡа уҡырға барҙым,элекке ике бүлмәле мәсет өйө ине.Балалар күп, икенсе сменала төштән һуң уҡыныҡ,уҡыуы миңә күңелһеҙ булды,уҡый-яҙа,иҫәпләй беләм,ә класташтарым яңы өйрәнә.Уҡытыусыбыҙ Нурикамал апай аптырап торманы мине үҙенә ярҙамсы итеп алды.Хәҙер класташтарҙы уҡытыусы менән икәүләп өйрәтәбеҙ,уҡытыусыларыбыҙ йыш алышынды башланғыс кластарҙа.1972 йылда Самаҙы һигеҙ йыллыҡ мәктәбе башланғыс мәктәп нигеҙендә асыла.1977 йыл Маячный беренсе һанлы интернат мәктәбенә уҡырға барҙым,интернат күп яңылыҡтар,үҙгәрештәр,тәрбиә бирҙе.Хор,вокал,ҡул эше түңәрәктәренә ихлас йөрөнөм,мәктәп ҡыҫҡартылыу сәбәпле Кумертау Ю.А.Гагарин исемендәге икенсе һанлы интернат мәктәбенә күстем.1980 йыл 10-сы класты тамамлап өлгөргәнлек аттестаты алдым.Хыялда сәнғәт йә мағарифҡа барыу,туғандар менән кәңәшләшеп,тәүҙә эшләп ҡарарға булдым.Хеҙмәт юлын 1980 йыл Юлдыбай башланғыс мәктәбендә башланым,шулай уҡ Үрнәк,Малай Муйнаҡ башланғыс мәктәптәрендә директор,уҡытыусы вазифаларын башҡарырға тура килде. 1984 йыл  Салауат педагогик училищеһенә уҡырға индем. Талап көслө, уҡыу тырышлыҡ, өлгөргәнлек,отҡорлоҡ талап итә ине.Төплө белемде ошо уҡыу йортонда алдым,тормошҡа бөтә яҡлап әҙерләп сығарҙылар,һаман да рәхмәтлемен уларға.Башланғыс синыф уҡытыусыһы һәм пионервожатый һөнәре буйынса диплом алғас,1987 йыл Самаҙы һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә йүнәлеш алдым,яҡшы,алдынғы ҡарашлы коллективта эшләүе күңелле лә,еңел дә булды.Уҡытыусы һөнәре оҡшағас балалар менән уртаҡ тел тиҙ таптым,уларҙы яраттым.1989 йылда Самаҙы ауылы ҡыҙы Гөлйемеш менән ғаилә ҡорҙом,ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек.1996 йыл мәктәптә тәүгеләрҙән булып “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнаштым һәм беренсе категориялы уҡытыусы, “Район конкурсы лауреаты” исеменә лайыҡ булдым.1988 йылдан 2013 йылға тиклем район мәктәптәрендә башланғыс синыф уҡытыусыларына методик ярҙам күрһәтеү эштәрендә ҡатнаштым.2002йыл Самаҙы ауылында мәктәп тарихына инәсәк ваҡиға булып үтте,башланғыс мәктәп асылыуға 85,ә һигеҙ йыллыҡ мәктәптең асылыуына 30 йыл тарихы тураһында яҙырға тура килде.Ҡулъяҙмам мәктәп музейына урынлаштырылды.2004 йыл 27 август ауылда яңы типовой,ике ҡатлы мәктәп асылды”.31 йыл уҡытып 2011йылда Санъяр Иҙелбай улы хаҡлы ялға сыға. Хаҡлы ялда булһа ла Санъяр Дәүләтбаев ,ауылдаштарының оло ихтирамын яулаған һәр эштә лә әүҙем,актив йәмәғәт эшмәкәре ул, уның 2017 йыл Самаҙы мәктәбенең 100 йыллыҡ тарихын яҙып,район гәзите биттәрендә көн күрҙе.2011 йылда Өфө ҡалаһы З.Биишева исемендәге китапхана архивынан мәғлүмәттәр йыйып Дәүләтбайҙар шәжәрәһен төҙөй,2022 йылда Ҡылысбайҙар шәжәрәһе менән таныша башлай,Самаҙы ауылы тарихын өйрәнеп яҙырға хыялы бар.2003 йылдан Абзан ауыл советы ауыл биләмәһе депутаты,ауыл халҡы менән таҙалыҡ,тәртип,төҙөкләндереү эше алып бара.Мәҙәни сараларҙың һәр саҡ уртаһында,Самаҙы ауылы бейеү коллективының етәксеһе лә ул.Ҡатыны Гөлйемеш менән тырышып , матур донъя көтәләр,баҡса үҫтерәләр,бергәләп мәҙәни сараларҙа йырлайҙар ҙа,бейейҙәр ҙә,ейән-ейәнсәрҙәренә  ҡартай,өләсәй,терәк тә улар.

Розалия Яҡшыбаева, Самаҙы ауылы китапханасыһы.