12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Китап уҡыу — йән, күңел дауаһы.

Китап уҡыу — йән, күңел дауаһы, — ти Өмбәт ауыл китапханаһының иң өлкән китап уҡыусыһы, ауылыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы, ҡәҙерле әтейем Сырлыбаев Ғиззәтулла Ғәйзулла улы. Иң әүҙем, иң күп китап уҡыусыларҙың береһе ул.Үҫмер сағынан уҡ колхозда хеҙмәт юлын башлаған Сырлыбаев Ғиззәтулла 1940 йылдың аҡтан-аҡ, пактан-пак ҡыштың декабрь айында Ейәнсура районы Өмбәт ауылында көтөп кенә алған, ҡәҙерле бала булып, донъяға ауаз һала. Ҡәһәрле һуғыш осороноң бөтә балаларыныҡы кеүек яҙмыш уны ла аяуһыҙ һынай: атайһыҙ ҡалыу, ас-яланғаслыҡ, йәшләй генә колхоз эшенә егелеүҙәр…
Томск ҡалаһында өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң,1963 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта Ғиззәтулла Ғәйзула улы. Мораҡ механизаторҙар әҙерләү курсында белем алғандан һуң, Хоҙарбирҙин исемендәге колхозда ең һыҙғанып эш башлай. Алдынғы кукуруз үҫтереүсе, аҙағыраҡ инде оҙаҡ йылдар тирмәнсе булып эшләй. Әле лә ул тартҡан тирмән ононоң яҡшы тәмен маҡтап иҫкә алалар. Әтейебеҙ әллә күпме Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары, Коммунистик хеҙмәт ударнигы, Социалистик ярыш еңеүсеһе билдәләре һ.б. менән бүләкләнгән.
1965 йылда ул мәктәп йылдарынан уҡ яратып йөрөгән йәшлек мөхәббәте Сырлыбаева Гөлсирә Сиражетдин ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Биш балаға ғүмер бүләк итеп, һәр береһен айырмайса тигеҙ яратып, матур тәрбиә биреп, уҡытып, тормош юлына сығарҙылар улар. Ҡыҙғанысҡа күрә , илле бер йыл бергә ғүмер иткәндән һуң, күтәрә алмаҫ ҡара ҡайғыларға һалып, әнейебеҙ беҙҙе ҡалдырып, яҡты донъяларҙан китеп барҙы…Бер-береһен ҡараштарынан, ярты һүҙҙән аңлап торған һөйөклө тормош иптәшен юғалтыу ҡайғыһын ауыр кисерһә лә, әтейебеҙ һығылып төшмәне, һынманы. Үҙе эстән ут йотһа ла, ҡайғынан башты ҡайҙа ҡуйырға белмәй бәргеләнгән саҡта беҙҙе йыуатты:»Сабыр булығыҙ, балаларым, сабырлыҡ кәрәк», тине. Үҙенә иһә күңел йыуанысын китап, журналдар уҡыуҙан таба. Башҡорт яҙыусыларының китаптарын яратып уҡый ул. Бигерәк тә Тимерғәле Килмөхәмәттов, Ноғман Мусин, Талха Ғиниәтуллин, Ғәлим Хисамовтың китаптарын үҙ итә. Китапханаға килгән һәр яңы китапты уҡып бара. “Ағиҙел” журналы — иң яратҡан журналы. Һәр бер яңы һанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Әҙәбиәттәге һәр яңы әҫәр иң беренсе “Ағиҙел” журналында баҫылып сыға, — ти Ғиззәтулла Ғәйзулла улы. Ул үҙе лә бик күп республика һәр район баҫмаларын яҙҙыра. Үҙе уҡығандан һуң “Һәнәк”, “1000 советов”, “Тулпар” һәм башҡа журналдарын китапханаға бүләк итеп тора. Шиғырҙар ҙа ижад итә ул. Әҙәбитте яратҡан кеүек үк, тәбиғәтте лә ярата Ғиззәтулла Ғәйзулла улы. Миҙгелдең ниндәй генә мәле булмаһын, яҙын – көҙөн, йәйен – ҡышын, ул көн һайын тәбиғәт ҡосағында: балығын да тота, төрлө дарыу үләндәрен йыя, оҙон ҡыш буйына үҙенә генә түгел, балаларына ла етерлек итеп үлән сәйҙәре әҙерләй, емеш-еләк йыйып, ҡатнатмаларын да ҡайнатып ҡуя. Ҡыш көнө лә саңғы менән тәбиғәткә сығып йөрөп килә. Ул бер ваҡытта тик кенә ултырмай, һәр саҡ ниндәйҙер эш табып эшләп йөрөй. Һалабаш та һала, септә үрә, һепертке бәйләй, ҡайын туҙынан ҡара һағыҙ ҙа ҡайната.
Матур холҡо, эшһөйәрлеге өсөн дә ауыл советының әллә нисә саҡырылыш депутаты булып һайланған Ғиззәтулла Ғәйзулла улы олпат, мәғрур тауҙар кеүек сабыр ҙа, аҡыллы ла, кеүек күңеле лә саф, эскерһеҙ уның. Кешеләргә ярҙамсыл, изге күңеллеге өсөн ауылдаштары, туғандары араһында абруй ҡаҙанған Ғиззәтулла Ғәйзулла улы бөгөнгө көндә балаларына яратҡан, хәстәрлекле әтей, ейән-ейәнсәрҙәренә — һөйөклө, хөрмәтле ҡарататай булып, һәр нәмәнән йәм табып, матур итеп ғүмер итә.