12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Китап уҡыу файҙалы»

Китап уҡыуҙың яҡшы икәнлеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ғөмүмән, китап – белем шишмәһе, тибеҙ. Әммә кеше өсөн бөтә нәмәнең дә сама менән булырға тейешлеге бар. Саманан үтә икән иң файҙалы нәмәләр ҙә зыянға әйләнеп китә. Китап менән дә шулай. Релли Селленг тигән кешенең яҙмаларында ошо хаҡтағы фекерҙе уҡығас, башта күңелемдә ҡаршылыҡ билгеләре ҡалҡып сыҡҡайны. Тик уҡый һәм уйлана бара мин бының ысынлап та шулай икәнлеген танырға мәжбүр булдым. Әлбиттә, был бик нескә һәм тәрән төшөнсә. Уны ҡапылдан ғына аңлау, ҡабул итеү һәм үҙеңдә баһалау ауыр.

Китап уҡыу — ул китап менән һөйләшеү. Һәр китап — ул авторҙың хеҙмәте, уның донъяға ҡарашы, таланты. Уҡып сыҡҡаның тураһында уйлан. Эске диалогың менән бәйләнеште өҙмә. Материал тураһында фекер йөрөт. Йыш ҡына: «Бөтәһе лә миңә аңлашыламы?» — тип һора. Бәлки бүлекте тағы бер тапҡыр уҡып сығырға кәрәктер? Ә был фекер үҙендә ниндәй файҙалы нәмә тота икән? Мәғлүмәтте былай ғына йотма, китап менән бәйләнешкә ин. Күҙ йүгертеп үтеп китергә ҡайһы бер идеялар ныҡ кәрәкле.

Сираттағы китап уҡыусым менән таныштырмаҡсымын. Ул Илмәле ауылынан Фәрғәт Мәхмүт улы Марҡабаев. Ул башҡорт телендә китап уҡырға ярата.  Фәрғәт ағай, китапты уҡығас, эсендә йөҙөп, үҙеңә ләззәт алып уҡырлыҡ булһын ти. Элегерәк Ноғман Мусиндың әҫәрҙәре ныҡ яҡын булһа, ә хәҙерге йәш яҙыусыларҙың әҫәрҙәре заманса тормоштоң ысынбарлығына тура килә, ти.Хәҙер ул А. Баймөхәмәтов, Хәйҙәр Тапаҡов,Тәзкирә Даянова,Миләүшә Ҡаһарманова, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның әҫәрҙәрен үҙ итә.

Фәрғәт Мәхмүт улы Ҡаҫмарт совхозында водитель, аҙаҡҡы йылдарҙа урмансы булып эшләне, шуға ла Н. Мусиндың китаптарын үҙ итәлер геройыбыҙ. Ҡатыны Зөлфиә менән күп итеп  мал-тыуар , ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр, яңы  йорт бөтөрөп киләләр.Улдары Артур Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Ауылдың, биләмәнең йәмәғәт эштәрендә, клубта үткән һәр сарала  әүҙем ҡатнашалар. Бына шундай кеше ул минең китап уҡыусым.

Зөмәрә Имәсова, Сәғит ауылы китапханаһы китапханасыһы.