12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Бала саҡтың бер өлөшө китапханала.

Бала саҡтың бер өлөшө китапханала.

Юлдаш китапханаһы  күберәк ихтибарын балалар сараларына бирә. Каникулда, байрамдарҙа уҡыусылар китапханаға сараға киләләр. Төрлө спорт уйындарынан тыш уларҙы тарихҡа,әҙәбиәткә ҡағылышлы викториналар, конкурстар көтә.Улар сараларҙа белемдәрен ,көс-таҫыллығын ғына һынап ҡына ҡалмайҙар, ә үҙ-ара йәнле аралашыу бара.

Солтанғужин Айтуған һәм Ҡәйепҡолов Илдан ике дуҫ, Абзан мәктәбендә 3 –сө класта уҡыйҙар,гел бергәләр. Китапханалағы сараларҙан ҡалмай,бергә киләләр. Ҡайһы ваҡыт хатта икеһе өсөн генә сара үткәрергә тура килә. Улар уйында ҡатышып ҡына ҡалмай, шулай уҡ китаптан ниндәйҙер хикәйә йә булмаһа шиғыр уҡыйҙар. Уҡыуҙа ла һынатмайҙар, яҡшы билдәләргә өлгәшергә тырышалар.Китапханала улар әҙ генә ваҡытҡа булһа ла телефон, компьютерҙан арынып ял итеп алалар.Бигерәк тә төрлө әкиәткә ҡағылышлы һорауҙар, йомаҡтар, спорт уйындары, конкурстары оҡшай.Уларға  артабан да уҡыуҙарында уңыштар, шулай китапхананы онотмай, һәр сарала әүҙем булыуҙарын теләйем.