12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Туғандарға ауылда күңелле»

Инсаф, Радмир, Азалия, Әҙилә каникул башланыуын түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Ни өсөн, тиһегеҙме? Ейәнсура районының Әлебай ауылында йәшәгән өләсәйҙәре янына ҡайттылар бит! Ә унда рәхәт, саф һауа, күңелең булғансы уйнарға мөмкин. Туғандарҙың осрашыуы ла күберәк ял көндәрендә, каникулдарҙа ғына эләгә шул. Радмир Мирхәйдәров, Ғәйнуллина Азалия – Өфө ҡалаһынан, Инсаф менән Әҙилә Үҙәнбаевтар Салауат ҡалаһынан ауылға ҡунаҡҡа килгән. Радмир менән Инсаф етенсе, Азалия икенсе, Әҙилә беренсе синыфтарҙа уҡыйҙар.
Ике туған малайҙар, ҡыҙҙар бер-береһе өсөн өҙөлөп тора, һағынып осрашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Күмәкләшеп шау-гөр килеп футбол уйнайҙар, велосипедта елдерәләр, Әселе йылғаһында һыу инәләр, ҡояшта ҡыҙыналар.
Бер-бер артлы үҫеп килгән ун ике ейән -ейәнсәрҙәренә ҡарап, өләсәйҙәре лә ҡыуанып бөтә алмай. Был туғандары артынан үҫеп килгән бәләкәйҙәрен тәмле ризыҡтар менән һыйлай, арҡаларынан тупылдатып һөйөп туймай.
Көҙгө каникулда ла атай — әсәйҙәре менән бергә бәшмәк йыйырға ла бар­ған, утын ярырға, өйөргә лә өл­гөргән был эшһөйәр балалар.
Китапхананы ла онотмайҙар, беҙ ҡайттыҡ тип йүгереп килеп етәләр. Ауыл тормошон һағынып ҡайтҡан балаларҙың ялдарынан ҡәнәғәт булыуҙары күренеп тора, йөҙҙәре ҡояштай балҡый.

Миңлегөл Хәсәева, Әлебай ауылы китапханасыһы.