12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Эш һөйгәнде ил һөйгән

Бикбау ауыл китапханаһының уҡыусыһы Ғәлимов Әхмәттин Мөхәмәтдин улы һәр эштә лә әүҙем. Ул үҙе уҡый белә башлағандан алып китап, гәзит-журналдарҙан айырылмай, яңы килгән яҙмаларҙы көтөп ала.

Әхмәттин бәләкәйҙән үк яуаплылык тоя белеүе, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға алыуы менән айырылып тора. Әсәһе Камилә инәй яңғыҙ булыуына ҡарамаҫтан, уға матур тәрбиә бирә. Кеше әйберенә теймәҫкә, урамда һуғышып йөрөмәҫкә, һәр саҡ ярҙамсыл булырға өйрәтә.

Мәктәпте тамамлап, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас та ул әсәһен яңғыҙ ҡалдырып ситкә китмәй. Ул ваҡытта колхоздар гөрләп эшләй, ваҡытында эш хаҡы түләнә.  Әхмәттин үҙенең хеҙмәт юлын малсылыҡ менән бәйләй. Миҙгелдең, көн торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, үҙенә йөкмәтелгән бурысты урын-еренә еткереп башҡара. Кешегә генә ҡарап торған малдарҙы ваҡытында ашатырға, эсерергә, ҡарарға кәрәк. Шуға ла был тармаҡта ауыр эшкә күнеккән, мал йәнле кешеләр генә эшләй тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Уның хеҙмәт юлы күптәргә өлгө булырлыҡ. Намыҫлы хеҙмәте күп бүләктәргә, маҡтау грамоталарына лайыҡ, социалистик хеҙмәт ярышы еңеүсеһе була. Колхоз тарҡалғас та эш юҡ тип өйҙә ятмай, күрше ауылға фермер хужалығында йөрөп эшләй. Мәктәптә газ менән йылытыу операторы була, мәктәп ябылғас та был бинала урынлашҡан китапхана, ФАП, клубты йылыта.

Әхмәтдин менән Рәғиҙә — ауылда абруйлы ғаилә. Уларҙың бергә ҡулға-ҡул тотоноп йәшәүенә – 35 йыл. Килен менән бейем бергә 23 йыл бергә йәшәйҙәр. Ғәлимовтар өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уларҙа йәштән үк маҡсатҡа ынтылыу, эште яратыу, белемгә ынтылыу, кешеләргә ҡарата изге күңелле һәм мәрхәмәтле булыу сифаттары тәрбиәләнеләр. Балалары үҙаллы тормошта ышаныслы һәм ныҡлы баҫып тора. Ғәлимовтарҙың ҙур һөйөнөсө — алты ейән-ейәнсәрҙәре.
Әхмәтдин ағайға ҡарап, һис тә үҙенең йәшен биреп булмай. Йәштәрҙән ҡалышмай, пенсия йәшенә етеүенә ҡарамаҫтан, 43 йыл эш стажлы хеҙмәт ветераны  артабан да эшләп йөрөй, ауыл тормошо менән гөрләтеп йәшәйҙәр. Улар һарай тултырып мал, ихата тулы ҡош — ҡорт аҫрай, баҡса тулы емеш — еләк үҫтерә. Ә ауыл тормошонда эштең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ икәнен бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ.

Артабан да ошо һаулығығыҙ, дәртегеҙ менән донъя көтөргә яҙһын һеҙгә!