12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Әсәйҙәр тормош биҙәге”


-Әсә! Ниндәй бөйөк исем! Доньяла әсәйҙәрҙән дә ғәзиз,изге зат юктыр.Күпме наҙ,күпме йылылык бар был һүҙҙә. Сабый доньяға килгән сәғәтенән уҡ әсәһенең йомшаҡ ҡулдарын һиҙеп, яғымлы ҡарашын тойоп йәшәй. Йылдар үтеп,сәстәргә сал керһә лә,ғәзиз әсәйҙәребеҙ өсөн беҙ һәр ваҡыт бала булып ҡалабыҙ. Әсәй-ерҙә иң ғәзиз,иң якын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тибрәткән,беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанган, тыуган телде өйрәткән, халык моңон күңелеңә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең һиңә кылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң? Рәсәйҙә 1998 йылдан башлап Рәсәй Президенты ҡарары буйынса ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһе Әсә көнө тип билдәләп үтелә. Самаҙы ауыл китапханаһында 24 ноябрь көнө “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары менән Әсәйҙәр көнөнә арналған “Әсәйҙәр тормош биҙәге” исемле кисә үткәрелде.Кисәлә ҡатнашыусылар төрлө конкурс- бәйгеләрҙә «Уҡымышлы әсәй»,»Йомаҡ ҡойҙом-ҡас,йомолдоғон ас»,»Һорау-яуап», үҙҙәрен тапҡырлыҡта һәм зирәклектә лә һынап ҡаранылар.Конкурс: «Минең балам»әсәйҙәр балаларының һүрәтен эшләп,улар тураһында ижади рәүештә һөйләнеләр, «Әкиәт»батмуста әкиәт исемдәре яҙылған яҙыуҙар һалынған,һәр береһе бер әкиәт исеме ала ла үҙ сюжеттарына индереп,яңы бер ҡыҙыҡлы һәм матур әкиәт сығарып һөйләйҙәр,»Минең иң яғымлым,иң наҙлым..» конкурсында ҡағыҙ битенә ҡояш һүрәте төшөрөп,һәр нур һайын балаларын ниндәй яғымлы һүҙҙәр менән атайҙар шуны яҙып ярыштылар.Кисәлә әсәйҙәргә бағышланған шиғырҙар уҡылды, йырҙар ҙа йырланылды,Әсә — ул донъяла иң изге кеше! Уларҙың ҡәҙерҙәрен белеп йәшәйек!Әсәйҙәрҙе ҙурлайыҡ, данлайыҡ, бер ҡасан да рәнйетмәйек.