12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Әҙәби осрашыу «Туған телем — башҡорт теле»

Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән.
Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә.

Үҙәк китапхананың уҡыу залында әленән – әле бик матур осрашыу кисәләре булып тора. 7 декабрь көнө лә бик матур әҙәби осрашыу үткәрелде.
Был кисәлә ҡатнаштылар:
— Күренекле яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара конкурстың республика этабының еңеүсеһе һәм бәйгенең халыҡ-ара туры дипломанты, Фәзил Искәндәр исемендәге премия лауреаты, БР һәм РФ Яҙыусылар Союзы һәм Журналистар союзы ағзаһы Гөлсирә Мирза ҡыҙы Ғиззәтуллина;
— «Кара этап” романы авторы, уҡытыусы, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Фазлыев Сабир Мәғәз улы;
— Акбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы — башҡорт теле уҡытыусыһы Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы;
— Ҡунсбаева Нурия Мөхтәр ҡыҙы — район Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназияһы китапханасыһы.
Китапханала күптән түгел эшләй башлаған “Сылтыр шишмә” иҙәби клубы ағзалары, һәүәҫкәр ижадсылар: Түләбаева Зәйтүнә Сәмиғулла ҡыҙы, Ишмурзина Зифа Зиннәт ҡыҙы, Йосопова Фәүзиә Рәшит ҡыҙы,
Ишмөхәмәтова Гөлфиә Ғилмитдин ҡыҙы, Кинйәбаева Рәйлә Хаммат ҡыҙы, Ғәйнуллина Фәниә Биктимер ҡыҙы.
“Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта”, — тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры М.Кәрим. Илһам да бүлешкәндән ишәйә. Шулай итеп, беҙҙең кисәлә Күгәрсен районынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар ялҡынлы ижад юлын мәңгелек дуҫ-иптәш итеп һайлаған хөрмәтле һүҙ оҫталары:
— Айгөл Айытҡолова, журналист, шағирә, БР һәм РФ Яҙыусылар Союзы һәм Журналистар союзы ағзаһы, З. Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты;
— Хәким Алсынбаев, журналист, шағир, З. Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты;
— Зөлфиә Хәйбуллина, үҙешмәкәр яҙыусы, шағирә, З. Биишева исемендәге әҙәби премия лауреаты;
— Резеда Ҡотлобаева, БР мәғариф отличнигы, Мәҡсүт күп функциялы ауыл клубы мөдире;
— Фиҙәлиә Алсынбаева — башҡорт теле уҡытыусыһы;
— Рим Әбүбәкиров — БР — ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Халҡыбыҙҙың һүҙ оҫталары –сәсәндәр элек- электән оло йыйындарҙа табын түрендә булған.Үҙҙәренең ялҡынлы сығыштары менән һәр кемдең күңеленә үтеп инә белгәндәр, донъяуи мәсьәләләрҙе хәл иткәндә сәсән һүҙе мөһим роль уйнаған. Бөгөн беҙҙең яҙыусыларыбыҙ ҙа ошо ролде башҡара. Йәмғиәттә барған төрлө хәл-вағиларҙы ҡағыҙға теркәп, дөрөҫ йүнәлештә халҡы күңеленә еткереүселәр ҙә улар бит.
Был мәртәбәле сарала башҡорт теленә арналған төрлө шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Һәр ҡатнашыусы үҙенең ижады менән таныштырып үтте, «күстәнәстәрен»- әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе.Туған телебеҙгә ҡағылған уй фекерҙәре, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә ҡайнап йәшәгән, ижад иткән кешеләребеҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк булыр.