12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Туған телгә һөйөү һеҙҙән килә….

14 декабрь-Башҡорт теле көнө. Башҡорт телебеҙ, донъяла иң ҡатмарлы булыуы менән бергә, иң матур телдәрҙең береһе тип һанала. Халҡыбыҙҙың бай, саф телендә туған тәбиғәт кенә түгел, ә уның бөтә тарихы, рухи донъяһы, тормошо һәм илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла. Бына ни өсөн кәрәк ул туған телде өйрәнеү!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тел һағында торҙо,тора һәм киләсәк быуынға ла телебеҙҙең матурлығын еткерә. Халҡым, телем, тип тырышалар. Улар уҡыусыларға рухи хазинабыҙҙың сал быуаттар төпкөлөндә ҡалған тарихын өйрәтә, уның киләсәгенә һәр яҡтан да булышлыҡ итеп, уҡыусылары менән төрлө сараларҙа ҡатнаша. Балаларҙа телебеҙҙе өйрәнеүгә һәм уны һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу үҫтереү, халҡыбыҙҙың йолаларына ихтирам тәрбиләү, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу – барыһы ла ошо уҡытыусыларға йөкмәтелгән.
Минең дә күңелемдә туған телгә, ижадҡа булған һөйөү тәрбиәләүсе уҡытыусылар-хәҙерге ваҡытта Иҫәнғолда музей директоры вазифаһын башҡарыусы-Аҫылбаев Миҙхәт Хаммат улы. Ул мине 5-9 кластарҙа тел һәм әҙәбиәттән уҡытты. Күп йылдар директор вазифаһын башҡарҙы һәм эш буйынса күп юлда йөрөргә тура килде, шул ваҡытта беҙҙе бүтән кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыусы Гайнуллина Райхана апай уҡыта ине. Райхана апай шулай уҡ мине 8,9 класта уҡығанда олимпиадаға лә әҙерләүсе булды. Миҙхәт ағай беҙгә уҡытыуы ролен дә үтәп ҡарау хоҡуғын тапшыра ине. Уҡыған саҡта балаларҙың һәләтен асып ҡарау йәһәтенән шиғыр,хикәйәләр яҙа инек. Элек шундай заман ине,һинд киноһына күптәр ғашиҡ инеләр, хатта ,йылына бер нисә тапҡыр ҡуйылһа ла, халыҡ ялҡманы, ә беҙ иртәгеһенә шул кино тураһындағы тәьҫораттарҙы мотлаҡ инша рәүешендә яҙа инек. Был беҙҙең фекерләү даирәһен киңәйтте. Һәр ижадыма ошо уҡытыусыларым ҡеүәт, ғәҙел баһа бирҙеләр. Бер мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәс, Миҙхәт ағай менән ҡайһы саҡ осрашыуҙарҙа бергә булырға ла тура килде. Ул һәр саҡ минең хаҡта тик йылы һүҙҙәр генә еткерә.Беҙҙең заман уҡыусылары күңелендә туған телгә оло һөйөү,тел менән ғорурлыҡ,ихтирам тойғоһо йәшәне. Миҙхәт ағай әле лә музейҙа эшен дауам итә, ғаиләһе менән Новопавловкала, Райхана апай тормош иптәше менән Әлебай ауылында йәшәйҙәр. Етеп килгән Башҡорт теле көнө менән хөрмәтле уҡытыусылар. Имен тормош,сәләмәтлек һеҙгә.
Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Яҙмамды туған телгә һәм Аҡмуллаға арналған шиғырҙарым менән тамамлайым.

Туған телем.

Туған телем ,илаһи моң булып,
Аңға һеңгән күҙем асҡандан.
Балам, тиеп, үҙ телемдә әсәй
Күкрәгенә ҡыҫып ҡосҡандан.
Йырлағанда әсәй бишек йырын,
Мин оноттом хатта илауҙы.
Моң туҡтаһа еңмешләнә инем,
Тибә-тибә ап-аҡ биләүҙе.
Туған телдә яңғыраған моңдар,
Сабый саҡтан мине йыуатты.
Наҙлы һүҙҙәр менән үҙ телемдә
Атай-әсәй һәр көн уятты.
Тыуған мәлдән яралғандыр шулай
Мөхәббәтем туған телемә.
Үҙ теленән ваз кискәнде күреп,
Бәғерҙәрем минең теленә.
Сит телдәрҙе белеү яҙыҡ түгел,
Файҙа ғына улар кәрәктә.
Әсә телен әммә онотмағыҙ,
Туған тел ул беҙҙең йөрәктә.
Әҙме ни һуң беҙҙең арабыҙҙа
Атай, әсәй тиеп үҫкәндәр-
Йылдар үткәс балалары өсөн
Мама, папаларға күскәндәр.
Әсәмде мин онотҡандай булам,
Туған телде әгәр онотһам.
Яза булыр балам күңелендә
Тел тамырын әгәр ҡоротһам.
Башҡорт телем-Зәйнәб апай теле,
Тал сыбыҡтай нәфис телебеҙ.
Беҙҙең тел ул бөйөк Рәми теле,
Тел ҡәҙерен бер үк белегеҙ.

Яҡтылыҡтың йырсыһы һин,эй,Аҡмулла!

Яҡтылыҡтың йырсыһы һин, эй,Аҡмулла!
Исемеңде ишетеүҙән күңелемә аҡ нур тула.
Күҙ алдыма килеп баҫа үткән дәүер-һинең заман,
Атын егеп дала буйлап китеп барган бер уҙаман.
Һин, Аҡмулла башҡортомдоң бер аҫылы
Ғилем, белем, иман, әхлаҡ- тормошоңдоң бар асылы.
Иш булманы ҡомһоҙ байҙар, ҡуштан түрә,
Татар, башҡорт, ҡаҙаҡтар ҙа һине берҙәй яҡын күрә.
Аң белемде һин өләштең көн-төндәрен,
“Уҡыу кәрәк ,уҡыу тиеп » — үҙ халҡыңды һин өндәнең.
Йәберләнгән ярлыларға булдың терәк,
Һәр заманда Аҡмуллалай ирҙәр кәрәк.
Ауыр булды тормош юлың- бирешмәнең,
Насар уйлы әҙәм менән һис ҡасан да килешмәнең.
Хатта зиндан бөгә алманы рухи көсөң,
Яҡтылыҡтың йырсыһы һин, беҙҙең өсөн.
Бала саҡтан уҡып һине эй шатландыҡ,
«Белемлелек арыҫландай көслө батыр»- беҙ атландыҡ.
Наҙанлыҡтың тамырҙарын ҡороттоҡ беҙ инде күптән.
Шатланалыр йәнең беҙгә ҡарап күктән.
Оло хөрмәт менән халыҡ » Аҡмулла» тип исем таҡҡан,
Мәңгелеккә беҙҙең өсөн һин ҡаҡшамаҫ рухи ҡалҡан .
Алтынға тиң, оран булып яңғырай һинең һәр бер һүҙең,
Тарихтарҙа юйылмаҫлыҡ мәңгелеккә ҡалды эҙең.