12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Туған тел-мәңгелек хазина»

#БиблиотекиЗианчуры #Ейәнсуракитапханалары #МАУК_ЗМЦБ_книжнаявыставка
Туған тел! Был һүҙ һәр кем өсөн ҡәҙерле, ғәзиз. Тел – ул тормош сығанағы, белем шишмәһе. Тел – ул Ватан, тыуған ер, боронғоларҙан ҡалған аманат. Тел – һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы. Телебеҙ булмаһа, халҡыбыҙ ҙа, милләтебеҙ ҙә, тарихыбыҙ ҙа юғаласаҡ.

14 декабрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрам XIX быуат шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәрелә. Үҙенең ижадында ул халыҡты уҡырға, аң-белемгә өндәй.
14 декабрь – Башҡорт теле көнө!
Иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын.
Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғәиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!
Үҙәк китапхананың уҡыу залында «Туған тел-мәңгелек хазина» исемле китап күргәҙмәһе эшләй.
Килегеҙ, күрегеҙ, китаптар алығыҙ, башҡорт телендә уҡыйыҡ, һөйләшәйек!!!