12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Туған тел -мәңгелек хазина

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрь республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был көн осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.Был иҫтәлекле байрам уңайынан үҙәк китапханала Иҫәнғол 2-се һанлы дөйөм белем биреү мәктәбенең 8 класс уҡыусылары менән берлектә «Туған тел -мәңгелек хазина» исемле әҙәби кисә үткәрелде.
Кисәне асып китапханасы байрамдың асылы, маҡсаты тураһында һөйләп үтте, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыларының исемлеге, ижады менән таныштырҙы.
Был күркәм сарала башҡорт шағирҙарының туған тел тураһында шиғырҙары яңғыраны. Уҡыусылар М Аҡмулла М.Кәрим, Х.Назар, З.Биишеваның һәм башҡа билдәле яҙыусыларыбыҙҙың шиғырҙарын тасуири итеп уҡып ишеттерҙеләр.
Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар башҡорт халыҡ ижады менән танышыуҙы дауам иттеләр: йомаҡ ҡойҙолар,мәҡәлдәр менән таныштылар, тел тураһында викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Осрашыу Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын бергәләп уҡыу менән тамамланды.