12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Теләк булһа»

Бөгөнгө заманда кеше китап уҡыймы, тигәндәргә йәлләп ҡарайым мин. Йәнәһе, мәғлүмәт быуатында йәшәйҙәр, шуға ла яңылыҡтарҙы тиҙерәк тапшырыу мөмкинлегенә эйә булған интернеттан ғына уҡыйҙар. Белгең килһә, уҡыу мәғлүмәт кенә бирмәй, ул хәтерҙе үҫтерә һәм, иң мөһиме, һине тәрбиәләй. Шуға ла бик китап уҡырға ваҡытың булмаһа, гәзит уҡы, тигән кәңәш бирә йөрөйөм эргә-тирәләгеләргә. Бар матбуғат баҫмаларын уҡырға өлгөрмәйһең икән, «Киске Өфө»нө генә булһа ла уҡы, уның биттәрендәге мәғлүмәт бер ҡасан да иҫкермәй, улар ана шул тәрбиәүи йүнәлештә булыуы менән дә ҡиммәт, тип яҙған ине Дилбәр Хәкимова  “Киске Өфө” гәзитендә. Эйе был бик хаҡ һүҙҙәр. Теләге булған кеше бер ваҡытта ла уҡыуҙы ташламай.

Бөгөнгө таныштырасаҡ китап уҡыусым бала саҡта русса ғына уҡыһа ла, хәҙер бик ихлас башҡорт әҙәбиәтен дә үҙ итеп уҡый. Ул –Лилиә Сәлимйән ҡыҙы Дәүләтшина. Лилиә Сәлимйән ҡыҙы 1957 йылда  Иҙелбаҡ ауылында күмәк  балалы ғаиләлә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Куйбышев (хәҙерге Һамар ҡалаһы) элемтә политехникумында 2 йыл белем ала. Техникумды уңышлы тамамлап, Иҫәнғол ауылында хисапсы булып эш башлай шунан Зианчура совхозына ҡайта һәм һөнәре буйынса эшен дауам итә. 1982 йылда Элмәле ауылы егете Данис Аҡмулла улы Дәүләтшинға кейәүгә сыға һәм 1984 йылда Ҡаҫмарт совхозы бүленгәс, Байыш ауылына төпләнеп  һөнәре буйынса эшен дауам итә.

2003 йылда Элмәле ауылында ҙур итеп өй һалып керәләр. Улар ике ҡыҙ бер улға ғүмер биреп оло юлға сығарҙылар.  Оло ҡыҙҙары Әлфидә Һаулыҡ һаҡлау министерствоһында  хисапсы, икенсе ҡыҙҙары Алиса БГУ ла физика факультетында физика фәненән  белем бирә, ә улдары Флүр  Өфө ҡалаһының Киров районында полиция хеҙмәткәре. Хәҙерге көндә Дәүләтшиндәр 3 ейәнсәр һәм 1 ейәнгә оләсәй һәм ҡартатай. Лилиә Сәлимйән ҡыҙы бәләкәйҙән китаптарҙы рус телендә уҡый һәм Байыш ауылына килгәс башҡортса уҡый башлай. Ул Д. Донцова, Маринина, Л.Щеглова, Ю.Шилова, М. Шолоховтың әҫәрҙәрен яратып уҡый. Мин барған һайын килмәйсә ҡалмай. Һәр ваҡыт журналдар, китаптар ала. Бик бәләкәйҙән шәлдәр бәйләргә өйрәнә һәм әле лә был шөғөлдө ташламай. Шәлдәре төрлө  шәл конкурстарында  урындар ала, һатыла. Быйыл өлкәндәр өсөн уҙғарылған “Мин яратам һине, тормош” конкурсында шиғыр һөйләне. Лилиә Дәүләтшина ауылда үткән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, ауылда ҡатын-ҡыҙҙар советы председателе. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. Шундай кеше ул –минең китап уҡыусым.

Зөмәрә Имәсова, Сәғит ауылы китапханасыһы.