12+
logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

«Ейәнсураның иң ҙур байлығы — эшһөйәр, сабыр, ҡунаҡсыл халҡы»

#БиблиотекиЗианчуры#Ейәнсуракитапханалары#МАУК_ЗМЦБ
«Таланты создавать нельзя, но можно создавать почву, на которой особенно успешно они произрастают» (Г. Нейгауз)

«Ейәнсураның иң ҙур байлығы — эшһөйәр, сабыр, ҡунаҡсыл халҡы»
Үҙәк китапхана эргәһендә эшләп килгән Ағинәйҙәр клубы ағзалары, М.С.Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 7 класс уҡыусылары менән берлектә осрашыу үткәрҙе.
Сара башында китапханасы уҡыусылар менән районыбыҙҙан сыҡҡан данлыҡлы шәхестәр, хеҙмәт батырҙары тураһында фәһемле әңгәмә үткәрҙе.
Артабан һүҙҙе Иҫәнғол ауылының ағинәйҙәре алды.Улар үҙҙәренең бала саҡтан уҡ эшләп үҫеүҙәрен : йәйге каникул осоронда баҫыуҙа көнбағыш, сөгөлдөр утауҙарын, малға бесән әҙерләшергә йөрөүҙәрен һөйләнеләр.
Уҡыусылар менән аралашыу район ҡатын -ҡыҙҙарының данлы кәсебе — дебет шәлдәргә күсте. Сөнки «Башҡорт шәле — 2023» республика бренд конкурс-фестивалендә беҙҙең ағинәйҙәребеҙ : Тләүбирҙина Хәмдиә , Йәғәфәрова Әлмира апайҙарға республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып
«Халыҡ мастеры» ( «Народный мастер») тигән маҡтаулы исем бирелде.
Шулай уҡ йыл аҙағында Әлмира апай Йәғәфәрова Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында халыҡ кәсебе оҫталарын бүләкләү тантаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан дәүләт наградаһы алған, уға
— «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мастеры» — тигән маҡтаулы исем бирелгән !!!
Афарин! Ихлас ҡотлайбыҙ! Уңыштар Һеҙгә!
Улар икеһе лә республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашыусылары, еңеүҙәре лә етерлек.
Данлыҡлы оҫталарыбыҙ кисәгә үҙҙәренең аҙаҡҡы осорҙа бәйләгән шәлдәрен алып килгәндәр ине, һәм, әлбиттә, был шәлдәрҙе күрһәтеп, эш тәртибен һөйләп,тәжрибәләре менән уртаҡлашып үттеләр.
Үҙҙәренең ижады, оҫталығы менән Әлмира, Хәмдиә апайҙар беҙҙең райондың данын күтәрә.
Кисәне йомғаҡлап, китапханасы уҡыусыларға тырышып уҡырға ,
ағинәйҙәр үрнәгендә, тормош юлын намыҫлы хеҙмәт менән үтергә саҡырҙы.