logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Иҙәштең талантлы егете”

Үҙ мәктәбеңдән шундай талантлы шәхестәр сығыуы, уҡытҡан уҡытыусылар, мәктәп өсөн үҙе бер мәртәбә. Улар тәүгә мәктәп ишеген асып,парта артына килеп ултырған һәр балаға ентекле белем асҡысы бирергә тырыша. Ә, инде үҫә төшкәс уҡыусыларының улар еткергән белемде файҙаланып тағы ла юғары осһа,остаздары өсөн икеләтә шатлыҡ. Иҙәш мәктәбенең 9-сы класс (етәкселәре Лилиә Зөфәр ҡыҙы) уҡыусылары,  Инйәр ағаларының ҡыҫҡа ғына ялын файҙаланып үҙҙәренә осрашыуға саҡырып алдылар. Уларға ла бит үҙҙәре оҡшатҡан ниндәйҙер бер уҡыу йортона кереп, дөрөҫ юл һайларға кәрәк. Бәлки ағалары уларға күңел төпкөлдәрендә йөрөткән хыялдарына осҡон сатҡылары өҫтәр. Кем белә? Инйәр Ишмырҙин башланғыс класты тик бишлегә генә уҡыған егет. Унан һуң мәктәптең төрлө конкурс,яратҡан фәндәре буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша. Республика конкурстары буйынса, Сулпылар”ҙа 2 урын,”Һаумы,һаумы әкиәт”тә 1 урын һәм башҡа бик күп конкурстарҙа район буйынса Гран-при яулаған кеше. Бала саҡтан башҡорт халыҡ йырҙарын йырларға,ҡурайҙа һәм тағы ла төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға ярата. Әлеге ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһында белем ала. Хакасияның режиссерлыҡ инст.диплом алған. “Музыкант юлына баҫҡандан бирле, үҙемдең музыкаль төркөм асырға ҙур хыялым тыуҙы. Бүтән төркөмдәрҙең йырҙарын тыңлап, үҙемде шулар менән хис итеп, оҙаҡ ҡына ултыра торғайным. Төркөмдөң төп маҡсаты, башҡортомдоң мәҙәниәтен, сәнғәтен үҫтереүгә өлөш һалыу булып торҙо. Шул маҡсат менән оҙаҡ яндым һәм 2018 йылдарҙа Торатау этно-группа булдырҙыҡ. Әммә ул оҙаҡ йәшәмәне, ярты йылдан, сәбәптәр арҡаһында һүнде. Әммә дәртем һүнмәне. Шул дәрт менән үткән йыл, этно-рок төркөм “Намыҫ “ты булдырҙыҡ. Төркөм эшләй башлауы менән, шунда уҡ Республика кимәлендәге үткән бәйгелә лауреат исемен алдыҡ. Унан һуң, 4 ай ғына эсендә төрлө сығыштарҙа, сараларҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе. Бында йөрөгән егеттәр һәм ҡыҙ дәртле, талантлы булыуы айҡанлы, төркөмөбөҙ яйлап ҡына яңы үрҙәргә күтәрелә. Ә бына яңыраҡ ҡына Таджикистанда үткән халыҡ-ара бәйгелә Республикабыҙҙы яҡлап сығып, тағы ла ҙур еңеүгә өлгәштек! “Тик ятҡан таш-мүкләнә, йөрөгән таш-шымара ” тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә. Эйе һәр кем үҙе теләгән дөрөҫ юлдан барырға тейеш. Иң мөһиме уҡытҡан уҡытыусыларыңды уларҙың фәнен ихтирам итеү. Барыһына ла музыкант булыу түгел. Һин халҡыңа, телеңә, илеңә хеҙмәт итергә тейеш”-тине, ул һүҙен йомғаҡлап.

Зифа Ишмырҙина, Иҙәш ауылы китапханасыһы.