logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Ауылдың иң матур ғаиләләрҙең береһе улар.

Быйыл президент “Ғаилә йылы” тип иғлан итте. Һәр ауылда ла матур парҙар етерлек.Беҙҙең Юлдаш ауылында ла күп улар. Шундай ғаиләләрҙең  береһе-Райхана һәм Флорис Шәйәхмәтовтар. Уларҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә,һәм уларҙан тыш тағы ла бер туған Элвира һәм Тимур исемле апалы-ҡустылы бер туғандарҙы үҙ тәрбиәһенә алғандар улар.Үҙҙәренең балалары инде ситтә,Тимур һәм Элвира мәктәп уҡыусылары. Үҙ балалары кеүек тиң ҡарап,тәртипкә,хеҙмәткә өйрәтеп үҫтерәләр уларҙы. Китапханала үткән сараларҙа ла бик әүҙем Тимур менән Элвира, ихлас,алсаҡ күңеллеләр ул.Шулай булмай ата-әсәләре лә бик әүҙем уларҙың,бына яңлышмаһам өсөнсө йыл рәттән  ауылда үҙ иҫәптәренә саңғы ярыштары үткәрәреп, ауылдашатарының күңелдәрен күрәләләр. Быйыл да гөрләтеп саңғы ярышын үткәрҙеләр. Был хаҡта район гәзитендә мәҡәлә лә баҫтырып сығарҙылар Флорис ағай Себер трафтарында эшләй, Райхана еңгәй күп ауыл ҡатындары ише ишле мал аҫырайҙар,балалары ҙур ярҙамсы.

 

Гөлфиә Ишмөхәмәтова. Юлдаш ауылы китапханасыһы.