logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Ил ағаһы – Мортаза Рәхимов”

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 90 йәш булған булыр ине.
Бөгөн арабыҙҙа юҡ, оло үкенескә күрә… Әммә уның хаҡында тик яҡшы хәтирәләр йәшәй.
Китапханасы Әлмөхәмәтова Гөлкәй М.С.Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 9 класс уҡыусылары өсөн, тәүге Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тураһында, класс сәғәте үткәрҙе. Биографияһы, хеҙмәттә үткән тормош юлы тураһында һөйләне. Китапханала булған арҙаҡлы шәхесебеҙгә арналған китаптар, газета -журналдарҙа баҫылған мәҡәләләр менән таныштырҙы.
2019 йыл Мортаза Ғөбәйҙулла улы “Аманат” журналы хәбәрсеһенә махсус интервью биргән . Шәхестен бала сағы хаҡында барған һүҙ.

Ил ағаһының бала сағы нисек үткән? (текст үҙгәртелмәйсә бирелә). – Журнал уҡыусыларына теләктәрегеҙҙе еткерһәгеҙ ине…
Мортаза Рәхимов: “Уҡырға ынтылығыҙ. Әлбиттә, журналдан айырылмағыҙ. Киләсәктә Башҡортостанға кәрәкле кеше булып үҫегеҙ. Тиңдәр араһында тиң булыу өсөн белемле, алдынғы ҡарашлы булыу кәрәк. Шуны онотмағыҙ – Башҡортостандың киләсәге һеҙҙең ҡулда”.
Асыҡ класс сәғәте “Ил ағаһы – Мортаза Рәхимов” – бына шундай теләк юлдары менән тамамланды