logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Изгҽ эштҽң иртәһҽ,кисҽ юҡ”

Беҙҙең район халҡы,махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә.Үткән йыл”Әхирәттәр”клубы ағзалары менән ,йәтеш кенә пластмас контейнерларға туҡмас ҡырҡып тултырҙыҡ,йөн ойоҡбаштар бәйләп,аҡса йыйышып яугирҙәребеҙгә кәрәк яраҡ  һалып  гуманитар ярҙам ойошторолдо.МХО-ла ҡатнашыусы егеттәрҙең әсәләрен,ҡатындарын йыйып,”Зианчуринский Зори”ҙың хәбәрсеһе Светлана Мурзакаеваны саҡырып ”Тыл ныҡ булһа,еңеүгә бер аҙым”исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл үткәрҙем.Был осрашыу бик фәһемле һәм файҙалы булды.Һәр кем килеп тыуған проблемаларына яуаптар тапты.
Изгелекле эштең иртәһе һәм кисе юҡ тигәндәй,был юлы “Маскировка селтәре”эшләргә булдыҡ.Махсус маскировка сеткаһы хәрбиҙәрҙең ғүмҽрҽн һаклап ҡала ала. Улар алғы һыҙыҡтағылар өсөн бик тә кәрәк.Мәктәп директоры Канчурин Ришат Шәйәхмәт улына бик ҙур рәхмәт,айырым класс биреп ҡуйҙы.Был эшкә тәүгә тотонғас ауырыраҡ тойолһа ла һуңынан өйрәнеп киттек.Әлеге көндә 4 сетка эшләп тапшырҙыҡ.Сеткаларға,материалдарға тәүҙә үҙебеҙ аҡса йыйнап алдырҙыҡ.Һуңынан материалдарға Сәғит ауылында йәшәүсе Ришат ағай Ҡыуатов ярҙам итте. Биләмә буйынса гуманитар ярҙамға ҡорот йыйыу бара.Алла бирһә 17 февральгә уныһын да йыйып тапшырырбыҙ.