logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Матур ғаилә – ил ҡото

Һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән иң матур байрамдарҙың береһе ул – Башҡорт ғаиләһе көнө!
Яҙҙың тәүге көнө беҙҙе матур байрам – Башҡорт ғаиләһе көнө менән ҡаршылай. Әммә кеше өсөн ғаилә нимә ул? Был бөтәһенә лә аңлайышлы һүҙ. Ул тормошобоҙҙоң тәүге минуттарынан уҡ һәр беребеҙ янында. Ғаилә – ул йорт, ата-әсәй, яҡын кешеләр. Ул – дөйөм хәстәрлек, шатлыҡ һәм эштәр. Ул – мөхәббәт һәм бәхет. Ғаилә – ул бөтә тормошто төҙөүсе нигеҙ һәм тыл.
Үҙәк китапханала Башҡорт ғаилә көнөнә арналған “Матур ғаилә – ил ҡото” тигән матур сара уҙғарылды.
Китапханасылар ғаилә менән китап уҡыуҙың бөтә замандарҙа ла тәрбиәнең мөһим өлөшө булып тороуын, «ғаилә» һүҙенең тәрән мәғәнәле икәнен, был байрамдың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләнеләр, шулай уҡ “Матур ғаилә – ил ҡото” китап күргәҙмәһе менән таныштырып үттеләр.
Байрам кисәһен дауам итеп байрамға килеүселәрҙе Ейәнсура район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Байрас Фәтих улы Ҡансурин ҡотланы һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Туған телде, йолаларҙы, тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа, ысын илһөйәрҙәр, рухи яҡтан бай кешеләр тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне һәм ихлас теләктәрен еткерҙе.
Һәр ғаилә башҡорт телендә үҙ ғаиләһе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, ошо темаға йомаҡтар систеләр, ғаилә тураһындағы мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен асыҡланылар, үҙҙәренең ғаилә традициялары тураһында һөйләнеләр, һәм башҡа конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштылар.
Байрам һуңында ҡатнашҡан һәр ғаиләгә иҫтәлекле бүләктәр бирелде һәм бергәләп фотоға төшөү ойошторолдо.
Барығыҙҙы ла ошо матур көн менән ихлас ҡотлайбыҙ! Бар ғаиләләргә лә бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып, ҡулға-ҡул тотоноп, оҙон тормош юлын бергә үтергә яҙһын. Өйҙәрҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ, һәр ҡайһыбыҙға бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ, именлек юлдаш булһын!