logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

Матур ғаилә-ил терәге.

Ғаилә – киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә – ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә – ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Татыу ғаилә – ил күрке!. Беҙҙең һалыҡ һәр ваҡытта ла ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар. «Ғаилә – гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшаш, гөлдө гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә…» Балалар-ғаилә биҙәге. “Бала күңеле-аҡ ҡағыҙ” тиҙәр. Беҙҙең йәмғиәттә балаларға ҙәр ихтибар бирелә. Һәр бала ата-әсә, туғандары менән ,ғөмүмән, тулы ғаиләлә йәшәргә тейеш.
Үҙемдең яҙмамда мәҙәниәт йортонда үткән һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан Наҙгөл исемле ҡыҙ тураһында ҡыҫҡаса бәйән итмәксемен.Ул хәҙерге ваҡытта Абзан мәктәбендә 5се класта белем ала. Гөлнур һәм Айрат Ишеғоловтар үҙҙәренең өс улына һылыу,өйҙәренә биҙәк булһын, кескәй ҡыҙға өй йылыһы биреү ниәтенән алып ҡайтҡандар. Әле уҡырға төшмәгән ҡыҙ бына инде нисә йылдар туғандар,ата-әсә наҙын тойоп матур ғаиләлә ғүмер итә. Бик алсаҡ, һәр сарала актив ҡыҙ ул. Уҡыуы ла яҡшы, спортта ла актив,хеҙмәт һөйөп үҫә. Үткән сараларҙа бик актив ҡатнаша, булмышынан өлкәндәргә лә, кеселәргә лә ихтирамлы икәне күренеп тора.Киләсәктә лә уға һәм ҡыҙҙарына матур тәрбиә биргән ғаиләһенә матур киләсәк,ә Наҙгөлгә һәр саҡ шулай әүҙем булып ҡалыуын теләйбеҙ.