logo
Муниципальное автономное учреждение культуры
«Зианчуринская межпоселенческая центральная библиотека»

муниципального района Зианчуринский район Республики Башкортостан
Режим работы:
понедельник-пятница:
9.00—19.00ч.
воскресенье: 9.00-16.00ч.
Выходной—суббота

“Ғаилә йылына бағышлап”

Барығыҙға ла мәғлүм, быйылғы йыл Рәсәйҙә президенты тарафынан “Ғаилә йылы” тип иғлан ителде. Ошоға бәйле бөгөн беҙҙең Абзан ауыл биләмәһе үҙешмәкәр халыҡ таланттары араһында районда иғлан ителгән “Ғаилә таланттары балҡышы-Радуга семейных талантов” смотр –конкурсын асып ебәрҙе. Һәр илдең төп байлығы ул-халыҡ, ә халыҡтың  нигеҙе матур, ныҡлы ғаиләләр.  Ғаилә ныҡ, татыу икән, йәмғиәт тә ныҡлы һәм көслө тип әйтеп була. Тыуған илгә,халыҡтың йолаларына, ғөрөф- ғәҙәттәренә һөйөү нәҡ ғаиләнән башлана. Беҙҙең ауыл биләмәһендә лә эшһәйәр, татыу ғаиләләр күп. Ундай ғаиләләр ауылыбыҙҙың терәге, йәме. Хөкүмәт тарафынан да ғаиләләр өсөн күп ихтибар бүленә, йәш ғаиләме ул, күп балалы ғаиләме. Илдең киләсәге ныҡлы,тотороҡло булһын өсөн ышаныслы, һау-сәләмәт, тормошҡа аныҡ ҡарашлы йәштәр үҫтерергә тейешбеҙ, һәм был тәрбиә әлбиттә тәү башлап ғаиләлә нигеҙ һалына. Бөгөнгө сара ла ул уйнап бейеп күңел асыу ғына түгел, аралашыу, балалар һәм ололар араһында бәйләнеште нығытыу, татыулыҡҡа, берҙәмлеккә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға ҡоролған матур сара.

Сарала биләмәнең төрлө ауылдарынан килеүселәр ҡатнашты.Балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәй оҫта бейеүсе ҡыҙҙан алып, күптән хаҡлы ялдағы өлкәндәргә тиклем таланттар үҙ һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Төрлө яңғыҙ,күмәк йыр-бейеүҙәрҙән торған тамаша “Килен төшөрөү, киленгә һыу юлы башлау”, “Бәпес күреү”, “Өләсәй һандығы” кеүек халҡымдың йола, ғөрөф-ғәҙәттәре менән үрелеп барҙы. Иң бәләкәй әртис  ҡыҙ Руфинаның бейеүе, төрлө республика, район күләмендә һәр төрлө конкурстарҙа актив ҡатнашҡан Абзан ауылылының иң матур, абруйлы ғаиләләрҙең береһе һаналған Ҡыуатовтарҙың (үҙҙәренең балаларынан тыш тәрбиәгә лә күп бала аҫырайҙар) балаларының йыры, һәр яҡлап талантлы Фәниә апайҙың балаларға фәһем һәм тәрбиә булырлыҡ мөнәжәте байрамға йәм өҫтәне. Саранан бер ауыл да ситтә ҡалманы, һәр ауылдың оҫталары сәхнә түренә күтәрелде.

Гөлфиә Ишмөхәмәтова, Юлдаш ауылы китапханасыһы.