Ҡортсолоҡ – башҡорт халҡының борондан килгән кәсебе. Ата-бабаларыбыҙ электән ҡорт тотҡан, һәр табындың йәме — балдан бер ҡасан да өҙөлмәгән. Йәй осоро умартасылар өсөн айырыуса ҡыҙыу һәм шул уҡ ваҡытта күңелле осор. Сөнки алтынға тиң ризыҡ батманға тамғанға тиклем күп көс түгергә тура килә. Йыл әйләнәһенә тир түккән умартасылар тап йәй айҙарында хеҙмәттәренең һөҙөмтәһен күреп, татлы бал алып ҡыуана. Һәм шуныһы ҡыуаныслы, милли кәсепте үҙ итеп, дауам итеүселәр йылдан-йыл районда арта бара.
Районыбыҙҙың киң билдәле эшҡыуары, данлыҡлы умартасы Фуат Фәтҡулла улы Толомбаев тап шундайҙарҙан.
Һуңғы йылдарҙа Фуат Фәтхулла улы – “Сура” кооперативын ойошторған. Ауылдан ситтәрәк урынлашҡан умартасылыҡта заманса йыһазландырылған бал ҡойоу цехы бар.Шулай уҡ ҡорттарҙың өйө — апийорт (оздоровительный домик с пчёлами) төҙөлгән. Был апийортта тормош мәшәҡәттәренән арынып, бал ҡортоноң геүләүен тыңлап һәм кәрәҙ еҫенә иҙерәп, рәхәтләнеп ял итергә, дауаланырға була.
Теләгән һәр кем уның умарталығына бара ала.
Беҙ, китапхана эргәһендә эшләп килгән «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары умартасылыҡҡа барып, районыбыҙҙың арҙаҡлы умартасыһын ҡотлап, апийорт менән танышып ҡайттыҡ. Беҙҙе, хужаның ейәне Искәндәр ихлас күңелдән ҡаршы алып экскурсия үткәрҙе.
Умартасылыҡ — Фуат ағай Толомбаев өсөн ысын йәшәү рәүеше. Ул боронғо һөнәр менән бала саҡтан уҡ мауыға башлай һәм кемгәлер – шөғөл, кемгәлер кәсеп булған ҡортсолоҡ Фуат ағай өсөн ысынтылап йәшәү рәүешенә әйләнә. Бала саҡтан атаһы яғына да, әсәһе яғынан да өләсәй-ҡартайҙары ҡортсо булғас, был, бәлки, осраҡлылыҡ түгелдер. Әммә үҙең тырышмаһаң, ҡаныңда булыу ғына етмәй, тип иҫәпләй Фуат Фәтхулла улы. Заман менән бергә атлаған, алдынғы ҡарашлы ҡортсо бөгөнгө көндә лә белемен камиллаштыра, ҡортсолоҡ буйынса ваҡытлы матбуғатты уҡып бара. Шуға ла уға райондан ғына түгел, республиканың төрлө тарафтарынан кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бихисап.
Хөрмәтле ҡортсолар!
Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының Умартасылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Бал ҡорттарын тәрбиәләү эшенең үҙ нескәлектәре бар, ул күп көс, тәүәкәллек һәм сабырлыҡ талап итә. Шулай уҡ һауа шарттарының тотороҡло тороуы ла уңыштың булыу-булмауына туранан-тура бәйле. Быйылғы йыл ҡортсолоҡ өлкәһе өсөн еңелдән булманы. Әммә был ваҡытлыса ғына. Алдағы йылдар үҙенең мул уңышы һәм тәбиғәт шарттары менән ҡыуандырыр тип ышанабыҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, тәбиғәткә һәм бал ҡортона һөйөү талап иткән изге хеҙмәтегеҙҙең емешле булыуын теләйбеҙ!